+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Мая 2023, 10:28

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла башлай

Документҡа ярашлы, 2024 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын бирелә башлай. Өс премияның һәр береһе — 1-әр миллион һум.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла башлайСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла башлай
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла башлай

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тураһында положениеға үҙгәрештәр индерелде. Улар Башҡортостан Башлығының 18 майҙа ҡул ҡуйылып, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған тейешле указы менән регламентланған.

Документҡа ярашлы, 2024 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын бирелә башлай. Өс премияның һәр береһе — 1-әр миллион һум.

Премияны тапшырыу буйынса комиссия составында — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы профессоры Константин Донгузов.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-18/v-bashkirii-s-2024-goda-gospremiya-im-salavata-yulaeva-budet-prisuzhdatsya-ezhegodno-3263817

 

 

Автор:
Читайте нас