+21 °С
Облачно


Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Учалы районында көслө янғын булған.
Райондың Ахун ауылында сыҡҡан янғын, көслө ел арҡаһында, күрше йортарҙы ла ялмап ала. Һөҙөмтәлә өс йорт, ун йорт яны ҡоролмаһы (мунса, һарайҙар) янып юҡҡа сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте, Мансур, Ахун ауыл советтарында урынлашҡан янғын һүндереү көстәре ярҙамы менән, уттың артабан таралыуына юл ҡуймаған, янғын һүндерелгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре асыҡлана.