

Хәҙер никахты теркәтеү тураһында ғаризаны Күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.
Күп функциялы үҙәктән белдереүҙәренсә, граждандар үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итеп, никахтарын теркәтеү өсөн үҙҙәре теләгән датаны, ваҡытты һайлай ала. Бынан тыш, Өфө, Күмертау, Сибай, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында офистан ситтә хеҙмәт күрһәтеүе ойошторола.
Күп функциялы үҙәк аша ғариза яҙыу никахты теркәү процедураһын үткәреү өсөн теләгән ЗАГСты һайлау мөмкинлеген бирә.
Ғариза биреү өсөн Күп функциялы үҙәккә икәүләп килергә кәрәк. Дәүләт пошлинаһы 350 һум тәшкил итә. Әгәр яҡтарҙың береһе элек никахта торған булһа, никахты тарҡатыу тураһында танытмаһы булырға тейеш.