

22 -28 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында белорус киноһы көндәре ойошторола.
Мәҙәни акция Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы төбәктәренең Х форумына бағышлана.
Төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге фильмдарҙы көн һайын төн уртаһында ҡарарға мөмкин.
22 майҙа — реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Днепровский рубеж» хәрби драмаһы. Режиссер Денис Скворцовтың фильмы Могилевты обороналау тарихы хаҡында бәйән итә.
23 майҙа — буталсыҡ енәйәтте тикшереү тураһында «Кадет» детективы. Фильмдағы ваҡиғалар Икенсе донъя һуғышынан һуң бара. Драмала Белоруссияның театр йәштәре төшкән. Режиссеры — Виталий Дудин.
24 майҙа — мәктәп дуҫтарының юғалған утрауҙы эҙләгәндә мажараларға тарыуы тураһында «Чудо-остров, или Полесские Робинзоны» фильмы. Режиссеры — Сергей Сычев.
25 майҙа белорус киноһы аҙналығы фронтовик-элемтәсе Е.Оноприенко сценарийы буйынса төшөрөлгән фильм менән дауам итә. Тексты режиссер Андрей Голубев «Киносценарии» тигән иҫке совет журналынан тапҡан. Сапер һәм уның дүрт аяҡлы дуҫы тураһындағы картина 2007 йылда экранға сыҡҡайны. Фильм йыл һайын Еңеү көнөндә Белоруссия телевидениеһында күрһәтелә.
26 һәм 27 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары «Правила геймера» һәм «Вот это любовь!» картиналарын ҡарай ала.
Белорус киноһы аҙналығы 28 майҙа төрлө кинопремияға лайыҡ булған «Волки» фильмы менән тамамлана.