+6 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Мая 2023, 03:55

Юбилейға әҙерлек йылдам бара

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Республикаға идара итеү үҙәгендә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юбилейға әҙерлек йылдам бараЮбилейға әҙерлек йылдам бара
Юбилейға әҙерлек йылдам бара

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Республикаға идара итеү үҙәгендә Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте.

Унда профилле министрлыҡтар һәм төҙөлөш ойошмалары етәкселәре, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Юбилейға Өфөнөң Октябрь районында Көрәш һарайы, Инорста Ишеү слаломы комплексы, Затонда Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге төҙөлә, реконструкциянан һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөнөң транспорт объекттарын реконструкциялау барышын да тикшерҙе.

Автор:
Читайте нас