

Ҡаҙанда бөгөн асылған “Рәсәй – Ислам донъяһы: KAZANFORUM“ XIV халыҡ-ара иҡтисади форумында Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостандан делегацияһы ҡатнаша.
Сара барышында республика вәкилдәре “Ышаныс иҡтисады: Рәсәй Федерацияһы һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмалары илдәренең партнерлығы” тип исемләнгән пленар ултырышта эшләйәсәк.
Радий Хәбиров иһә “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегия төркөмөндә ҡатнаша. Төбәк Башлығы етәкләгән делегацияның Иран Ислам республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары, Иран Ислам республикаһының сауҙа үҫеше буйынса ойошмаһы рәйесе Алиреза Пейманпак менән осрашыуы ла ҡаралған.
Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, республика үткән бер йылда ғына Ислам донъяһының 23 иле менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәре булдырған. Был илдәр өлөшөнә Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләменең 25 процент тирәһе тура килә.