

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайын төҙөү эштәре барышы менән танышты.
Проект ойошмаһы вәкиле Андрей Стариков билдәләүенсә, төҙөлөш раҫланған график буйынса бара. Төҙөүселәр объекттың стеналарын, плитәләрен, колонналарын ҡуйған. Хәҙер металл конструкцияларын ултыртыу эштәрен башҡаралар.
Бинаның дөйөм майҙаны 28 мең квадрат метр тәшкил итә. Көрәш һарайында 3,5 мең урынға иҫәпләнгән амфитеатр менән универсаль зал, музей ҙа буласаҡ. Яңы спорт учреждениеһы халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендә көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү стандарттарына тап килә.
Көрәш һарайы Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе икәнен дә билдәләп үтергә кәрәк.