+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Мая 2023, 10:49

Өҫтөнә телевизор төшкән ике йәшлек бала тән йәрәхәттәренән йән биргән

Өфөнөң Октябрь проспектындағы 83/1-се йортта фажиғәле хәл булған: ике йәшлек малайҙың өҫтөнә телевизор ҡолаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өҫтөнә телевизор төшкән ике йәшлек бала тән йәрәхәттәренән йән биргәнӨҫтөнә телевизор төшкән ике йәшлек бала тән йәрәхәттәренән йән биргән
Өҫтөнә телевизор төшкән ике йәшлек бала тән йәрәхәттәренән йән биргән

Өфөнөң Октябрь проспектындағы 83/1-се йортта фажиғәле хәл булған. «Башинформ»дың үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, ике йәшлек малайҙың өҫтөнә телевизор ҡолаған.

«Ата-әсә сабыйын бала ҡараусының өйөндә ҡалдырған булған. Туғанымы, әхирәтеме, әллә махсус ялланған хеҙмәткәрме — әлегә билдәһеҙ. Бала ҡайһылыр арала тумбочкалағы телевизорҙы тартып төшөргән — техника уның өҫтөнә ауған. Малай алған йәрәхәттәрҙән йән биргән», — тип хәбәр итте әңгәмәсе.

«Башинформ» Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының һәм Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәттәренә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте. Ведомстволарҙа ошо хәлгә аңлатма бирҙеләр.

 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-05-17/v-ufe-na-malenkogo-malchika-upal-televizor-rebenka-pogib-3261157

Автор:
Читайте нас