+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Мая 2023, 04:10

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайты эшләй башланы

Башҡортостан Милли архивы билдәле шағир, ғалим-филолог, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың тормошо, ижтимағи, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың мультимедиа архивын — «Рауил Бикбаев» сайтын  булдырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайты эшләй башланыБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайты эшләй башланы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайты эшләй башланы

Башҡортостан Милли архивы билдәле шағир, ғалим-филолог, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың тормошо, ижтимағи, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың мультимедиа архивын — «Рауил Бикбаев» сайтын  булдырҙы.

Республиканың архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин белдереүенсә, мультимедиалы архив Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 1 октябрендәге «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указын үтәү маҡсатында әҙерләнгән.  

Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙы архивҡа шағирҙың тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы тапшырған. Фондта халыҡ шағирының ижади, фәнни, йәмәғәт эшмәкәрлеген сағылдырған материалдар, шул иҫәптән ҡулъяҙмалары, донъя күргән китаптары, фотоһүрәттәре тупланған.

«Рауил Бикбаев» сайты менән https://ravilbikbaev.bashkortostan.ru/ һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас