

16 майҙа «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ZASPORT фабрикаһын асылды.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, брендҡа нигеҙ һалған Анастасия Задорина, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков һәм башҡалар ҡатнашты.
Анастасия Задорина белдереүенсә, фабриканы проектлау этабы 2020 йылдың июленән 2021 йылдың июленә тиклем дауам иткән. ZASPORT фабрикаһы алдынғы фирмаларҙың заманса ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Әҙер продукцияның күләме йылына 562 000 берәмеккә етеүе ихтимал. Әле фабрикаға 42 кеше эшкә урынлашҡан, бөтәһе 300-ҙән ашыу эш урыны булдырыла, тип билдәләне генераль директор. Компанияның Өфөлә фирма магазины эшләй. Инвестиция күләме 429 миллион һум тәшкил иткән.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы.