

20 һәм 21 майҙа Башҡортостан беренсегә киберспорт буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә. Илдең көслө спортсылары республиканың төп хоккей аренаһында наградалар уйната, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы матчтар, уйын зонаһы, виртуаль донъя персонаждарының костюмдарын күрһәтеү, бүләктәр уйнатыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтә.
«Өфө-Арена» ға инеү бушлай.
Өҫтәмә мәғлүмәтте һылтанма буйынса алырға мөмкин.
- Киберспорт буйынса Рәсәй чемпионаты – компьютер уйындары донъяһы менән танышыу, ә иң мөһиме, тотош ғаилә менән спортсыларыбыҙ өсөн янып-көйөү һәм үҙең өсөн яңы спорт төрөн асыу мөмкинлеге лә, – тине Айбулат Хажин.