

Дияна Ишниязова “Йондоҙ” бөтә Рәсәй йыр бәйгеһендә лайыҡлы сығыш яһаны һәм хәҙер ул Башҡортостан исеменән финал этабында йырлаясаҡ.
«Йондоҙ» – Рәсәйҙең 89 төбәге вәкилдәре – һайлап алынған таланттар ҡатнашҡан абруйлы музыкаль бәйге. Конкурста илдең иң сағыу, иң көслө башҡарыусылары көс һынаша. Иң-иңдәр Бөтә Рәсәй буйлап тамашасыларҙың тауыш биреүе һәм танылған музыка белгестәренең фекере ярҙамында билдәләнә. Күп милләтле һәм традицияларға бай илебеҙҙең төрлө төбәктәренән иң һәләтле, иң көслө тауышлы йырсыларҙы табыу һәм танытыу, шул уҡ ваҡытта сикһеҙ Рәсәй киңлектәренең матурлығын, ҡабатланмаҫлығын күрһәтеү маҡсатын ғәмәлгә ашыра “Йондоҙ” проекты.
Йырсыбыҙ Дияна Ишниязоваға финалға үтеү өсөн күп көс талап ителгән. Тәүге этапта ул үҙенең иң яҡшы ун йырын ебәрә, унда Рәсәй һәм сит илдәрҙең заманса авторҙары ла, башҡорт халыҡ йырҙары ла була.
Дияна Ишниязова "Звезда" телеканалында Роберт Рождественский шиғырына Раймонд Паулс ижад иткән “Любовь настала” йырын йөрәктәргә үтерлек итеп башҡарҙы.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.