+9 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Май 2023, 07:37

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеүселәр билдәләнде

Башҡортостан Республикаһында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы дүртенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә 3 йылда 147 уҡытыусы 1 миллион һум аҡса алған. Быйыл тағы 3 уҡытыусыға берәр миллион һум тапшырыла. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы киләһе йылда ла эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеүселәр билдәләнде«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеүселәр билдәләнде
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеүселәр билдәләнде

12 майҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы ултырышы үтте.  «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (күсеп килгән) уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған компенсация алырға хоҡуҡлы.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыу өсөн 2023 йылда өс вакансия билдәләнде: Баҡалы районында башланғыс кластар уҡытыусыһы, Бәләбәй районында математика уҡытыусыһы, Салауат районында биология һәм химия уҡытыусыһы. Конкурсҡа бөтәһе 13 кандидат ғариза биргән.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса түбәндәге вакансиялар буйынса 2023 йылда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеүселәр билдәләнде:

  • Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Раксана Рөстәм ҡыҙы Закирова;
  • Бәләбәй районы Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы Филүзә Рәшит ҡыҙы Нурмөхәмәтова;
  • Салауат районы Малаяҙ ауылы башҡорт гимназияһының биология һәм химия уҡытыусыһы Тәнзилә Рәмил ҡыҙы Миңлеғолова.

Башҡортостан Республикаһында «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы дүртенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә 3 йылда 147 уҡытыусы 1 миллион һум аҡса алған. Быйыл тағы 3 уҡытыусыға берәр миллион һум тапшырыла. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы киләһе йылда ла эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-15/v-bashkirii-opredelili-pobediteley-konkursnogo-otbora-po-programme-zemskiy-uchitel-3259061

Автор:
Читайте нас