

Башҡортостан буйынса статистика хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Мөхәмәт улы Ғәниев ҡапыл вафат булды, тип хәбәр итте кисә Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битендә.
Әкрәм Ғәниев 1959 йылдың 3 ғинуарында Салауат районының Көҫәпәй ауылында тыуған. Статистика ведомствоһында 1983 йылда эшләй башлай: 1994 йылға тиклем БАССР Статистика идаралығының бүлек начальнигы була, 1994 йылдан 2000 йылға тиклем төбәк Дәүләт статистика комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, һуңынан органды етәкләй. Ведомство 2005 йылда Росстаттың территориаль органы итеп үҙгәртелгәндән һуң, һуңғы көндәренә тиклем уға идара итеүҙе дауам итә. Дөйөм алғанда ул ведомствоға егерме йылдан ашыу етәкселек итте.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, билдәле етәксене арабыҙҙан инсульт алып киткән. Мәрхүм менән бәхилләшеү бөгөн 11.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте бинаһында була.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһы Әкрәм Мөхәмәт улының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.