

Радий Хәбиров Азамат Абдрахмановты республика хөкүмәте аппараты етәксеһе вазифаһын һаҡлап ҡалып, вице-премьер итеп тәғәйенләне.
Азамат Абдрахманов 1979 йылдың 26 июнендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. Дәүләт власының барлыҡ тармаҡтарында ла эш тәжрибәһе бар: йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында, Башҡортостан президенты хакимиәтенең хоҡуҡ идаралығында һәм кадрҙар хеҙмәтендә белгес булып эшләгән, һигеҙ йыл Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай секретариаты етәксеһенең хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булған, 2019 йылда — тыуған Ишембай районы хакимиәте етәксеһе, 2021 йылдың ноябрендә Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе — министры итеп тәғәйенләнгән.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.