

Башҡортостанда “Остаз” республика конкурсына старт алды. Уны Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойоштора.
Тәүҙә республика буйынса зона конкурстары үтә, еңеүселәр 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, финал бәйгеһендә осраша.
Кисә Өфө ҡалаһының ете районынан һәм ике гимназияһынан туғыҙ команда ҡатнашҡан тәүге зона уҙышы булды. Өфө ҡалаһының Совет, Ленин, Калинин, Орджоникидзе, Октябрь, Киров, Дим райондарының, Өфө ҡалаһындағы 1-се һәм 2-се полилингваль гимназиялары көс һынашты.
Еңеү Өфө ҡалаһының Дим районында асылған 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы өлөшөнә төштө. Дим районы мәктәптәре командаһы – икенсе, Киров районы уҡытыусылары өсөнсө урынды яуланы. “Остаз” конкурсының финалында беренсе һәм икенсе урындарҙы яулаған ике команда ҡатнашасаҡ.