+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Мая 2023, 09:00

Алдағы көндәрҙә һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары, алдағы өс көндә төндәрен һалҡынса була, тип билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алдағы көндәрҙә һауа торошоАлдағы көндәрҙә һауа торошо
Алдағы көндәрҙә һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары, алдағы өс көндә төндәрен һалҡынса була, тип билдәләй.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 10 майҙа, һауа температураһы көндөҙ +12, +17градусҡа тиклем йылыта. 

11 майҙа төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ була. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен. Һауа температураһы төндә +1, +6°, республиканың  көнсығышында 0, -3° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +14, +19°.

12 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көньяҡ райондарҙа көндөҙ йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +11, +16°, көньяҡта +6°.

Автор:
Читайте нас