+7 °С
Облачно


Еңеү көнөнә арналған байрам саралары Өфөнөң Совет майҙанында "Көслөлөр заманы" тип аталған байрам концерты һәм салют менән тамамланды.
Концертта сәнғәт оҫталары башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Йыйылған халыҡ, бер минут тын тороп, һуғыш ҡорбандарын иҫкә алды.
Саранан тура трансляция Башҡортостан юлдаш телеканалы аша һәр йортҡа барып етте.
Бөйөк Еңеүгә 78 йыл тулыуға арналған тантаналы сараларҙың бай программаһы В.И. Ленин исемендәге майҙанда салют менән тамамланды.