+29 °С
Облачно


Республика аграрийҙары планлаштырылған майҙандың яртыһынан күбендә сәсеү эштәрен атҡарып сыҡты ла инде.
Әле аграрийҙар баҫыуҙарҙың 51,4%, йәғни 1 миллион 84 мең гектар майҙанға яҙғы культуралар сәскән.
Социаль селтәрҙәрҙәге битендә республика етәксеһе Радий Хәбиров: «Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар, мал аҙығы, техник культуралар сәсәбеҙ. Илеш, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө, Ауырғазы, Әлшәй райондарында эштәр тамамланыуға табан бара — 73-84% үтәлгән», — тип яҙҙы.
Быйыл яҙҙың иртә килеүе баҫыуға ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ сығырға мөмкинлек биргән.