-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Мая 2023, 05:10

Башта бизнес-шерифтәр форумы үтә

25 – 27 майҙа Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башта бизнес-шерифтәр форумы үтәБашта бизнес-шерифтәр форумы үтә
Башта бизнес-шерифтәр форумы үтә

25 – 27 майҙа Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Уның сиктәрендә 25 майҙа бизнес-шерифтарҙың II “Эшҡыуарлыҡты трансформациялау. Идеянан хәл ителешкә тиклем” төбәк-ара форумы асыла.

“Бөгөн бизнес-шерифтар муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса тулы мәғлүмәткә эйә булған төп һөнәрмәндәр булып тора. Шерифтың төп бурысы – уңайлы эшлекле мөхит булдырыу аша урындарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү”, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, был сараның программаһы бай. “Эшлекле программа бәләкәй эшҡыуарлыҡтағы хәлде анализлауға, дәүләттең ярҙам саралары тураһындағы һөйләшеүҙәргә, алдынғы тәжрибәне уртаҡлашыуға арнала”, – ти ул.

Автор:
Читайте нас