-4 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Май 2023, 11:10

"Айыҡ ауыл" бәйгеһендә кемдәр еңде?

Кисә «Торатау» конгресс-холында уҙған «Яҡташлыҡ көсө» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәренә бүләктәр тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Айыҡ ауыл" бәйгеһендә кемдәр еңде?"Айыҡ ауыл" бәйгеһендә кемдәр еңде?
"Айыҡ ауыл" бәйгеһендә кемдәр еңде?

Кисә «Торатау» конгресс-холында уҙған «Яҡташлыҡ көсө» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәренә бүләктәр тапшырҙы.

2 майҙа, конкурстың йомғаҡлау ултырышында, 12 еңеүсе раҫланғайны. Положениеға ярашлы, улар халыҡ һанына ярашлы номинациялар буйынса билдәләнде. «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы еңеүселәре:

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын – Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы;
II урын – Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы;
III урын – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын – Күгәрсен районының Бикбулат ауылы;
II урын – Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы;
III урын – Мәләүез районының Смаҡ ауылы.

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын – Йәрмәкәй районының Бекетов ауылы;
II урын – Белорет районының Олойылға ауылы;
III урын – Бөрйән районының Исламбай ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы

I урын – Көйөргәҙе районының Кинйә-Абыҙ ауылы;
II урын – Ғафури районының Оло Үтәш ауылы;
III урын – Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды – 40 миллион һум. Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә бирелә. Башҡа номинацияларҙа еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум тапшырыла, сумма ауылдың ҙурлығына ҡарап бүленә.

«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан республика етәксеһе гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас