+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Мая 2023, 05:00

Һыу буйҙарында һаҡ булығыҙ

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән ялдарҙа һыуға батып һәләк булыу осраҡтары теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыу буйҙарында һаҡ булығыҙҺыу буйҙарында һаҡ булығыҙ
Һыу буйҙарында һаҡ булығыҙ

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән ялдарҙа һыуға батып һәләк булыу осраҡтары теркәлгән.

Ғафури районы Ибраһим ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһында 61 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

Шишмә районында, Олокүл күлендә, балыҡсы, 71 йәшлек оло кеше батҡан.

Балаларҙың һыуға төшөп һәләк булыуы бигерәк тә аяныслы. Архангел районының Зәйет ауылында Ҡыҫынды йылғаһында 7 йәшлек ҡыҙҙың батыуы тураһында яҙа киң мәғлүмәт саралары.

Күҙаллауҙар буйынса, биш бала үҙҙәре генә йылға ярында уйнаған. 6 йәшлек ҡыҙ ҙа – зыян күргән, ул дауаханаға һалынған.

Һәр ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.

Автор:
Читайте нас