+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Мая 2023, 04:40

Юғары баһа

Мәрйәм Бураҡаева “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары баһаЮғары баһа
Юғары баһа

Мәрйәм Бураҡаева “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

"Халҡыма, илемә, туған телемә булған һөйөүемде ғәмәли эш менән иҫбат итергә һалған тырышлығымды республика етәкселеге кимәлендә баһалатыу өсөн өлөш индергән барыһына ла оло рәхмәтем!" - тип яҙа ил инәһе. 

Педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева күптән түгел оло юбилейын – 80 йәшен билдәләне. Уның башланғысында мәктәптә балалар “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡыны, башҡорт балаларына милли тәрбиә нигеҙҙәрен, милли рух һалған “Йәйләү” йәйге ял итеү үҙәге эшләй башланы һәм, уңышлы дауам итә.  Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Шәжәрә байрамы”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр" мәктәбе”, “Өләсәйҙәр мәктәбе” проекттарының авторы ла булып тора. 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы. 

Автор:
Читайте нас