

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса спектакль сәхнәләштерелә.
Яңыртылған спектаклдең премьераһы 5 һәм 9 майҙа була, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Инсценировка авторы һәм ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссамы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, композиторы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.
Оксана ролен — Элина Гусева, Йәмилде — Әбйәлил Үтәбаев, Көнбикәне — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаева, өләсәйҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова башҡара. Спектаклдә шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Нәғим Нурғәлин, Зифа Дәүләтбаева, Венер Камалов, Зилә Сәйетова, Илнур Лоҡманов, республиканың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров, Гөлбинә Сафуанова, Шәһит Хамматов, театр актерҙары Салауат Юлдашбаев, Вадим Ҡылысов, Дания Ғөбәйҙуллина, Динислам Сафин уйнай.
Спектакль башҡорт телендә бара, текст рус теленә синхрон тәржемә ителә.