+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Апреля 2023, 06:28

Владимир Путин ике яҡташыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Ике яҡташыбыҙ Рәсәйҙең юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Президент Владимир Путиндың тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин ике яҡташыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин ике яҡташыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин ике яҡташыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Ике яҡташыбыҙ Рәсәйҙең юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Президент Владимир Путиндың тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ғафури районының ветстанция етәксеһе Фаил Зәйнетдинов ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринария табибы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Борай урманы» автономлы учреждениеһы директоры Илдар Хәсәнов урман хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото:кремлин.ру

Автор:
Читайте нас