-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Апреля 2023, 03:25

Урмандарға инеү сикләнә

Башҡортостанда янғын хәүефе юғары булыу сәбәпле, 30 апрелдән 15 майға тиклем урмандарға йөрөүгә һәм автотранспортҡа инеү сикләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урмандарға инеү сикләнәУрмандарға инеү сикләнә
Урмандарға инеү сикләнә

Башҡортостанда янғын хәүефе юғары булыу сәбәпле, 30 апрелдән 15 майға тиклем урмандарға йөрөүгә һәм автотранспортҡа инеү сикләнә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, байрам көндәрендә ғәҙәттән тыш йылы һәм елле буласаҡ. Өҫтәүенә, ғәҙәттән тыш ведомстволар аналитикаһына ярашлы, яҙғы янғындарҙың сәбәбе һәр ваҡыт кеше була.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, май байрамдары көндәрендә урмандарҙа янғындарға юл ҡуймау өсөн 800-ҙән ашыу патруль төркөмө эшләйәсәк. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Эске эштәр министрлығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелде. Уға ярашлы, урманда, яланда һәм башҡа урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла, шулай уҡ баҡсала ҡоро үлән, ағас яндырған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған.

Автор:
Читайте нас