+2 °С
Ясно


Свердловск өлкәһенең Таежный һәм Сосьва ҡасабаларында 134 йорт, шулай уҡ 8 дача, хужалыҡ ҡаралтылары һәм магазин тулыһынса янып бөткән.
Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, янғында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. 1200 йортто уттан аралап ҡалғандар. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән. Бының өсөн 380-нән ашыу кеше һәм 112 берәмек техника йәлеп ителгән.
Зыян күреүселәргә ярҙам итеү һәм эште координациялау өсөн өлкәгә Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Илья Денисов етәкселегендәге оператив төркөм килгән.