+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Апреля 2023, 03:40

Сибайҙа йыр-моң байрамы старт алды

Бөгөн Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайҙа Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара "Ирәндек моңдары" конкурсы башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибайҙа йыр-моң байрамы старт алдыСибайҙа йыр-моң байрамы старт алды
Сибайҙа йыр-моң байрамы старт алды

Бөгөн Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайҙа Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара "Ирәндек моңдары" конкурсы башланды.

Ул быйыл 19-сы тапҡыр үткәрелә. Конкурсанттар дүрт йәш төркөмөндә көс һынаша: 7-10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 - 45 йәштәге һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемге профессиональ башҡарыусылар араһында. 16 - 45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнаша. 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә конкурс бер турҙа үткәрелә.

Ижад бәйгеһен ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала округы хакимиәте тора.

Конкурстың йомғаҡлау Гала-концерты иртәгә, 28 апрелдә, Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында үтә.

Автор:
Читайте нас