

Быйыл турнир 27 апрелдә Өфө сәнғәт училищеһының спорт залында ойошторолдо. Ярышта биш команда ҡатнаша: «Юлдаш» радиоһы, Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Башҡортостан» ДТРК-һы, «Башҡортостан» нәшриәт йорто» предприятиеһы, «Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары». Улар араһында Наил Юнысов, Зариф Байғусҡаров, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Салауат Мөхәмәтйәров, Кинйә Күскилдин кеүек билдәле шәхестәр ҙә бар. Еңеүселәр "Иң яҡшы уйынсы", "Иң яҡшы бомбардир", "Иң яҡшы һөжүм итеүсе" һәм башҡа номинациялар буйынса билдәләнә. Барыһын да ҡиммәтле бүләктәр һәм приздар көтә.
Турнирҙы асыу тантанаһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, дикторҙың тормош иптәше, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, улы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Мортазин, ҡыҙы Гүзәлиә, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡатнашты.
Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды «республиканың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Әхәт Мотаһар улы яңылыҡтар, телевидениела һәм радиола репортаждар, байрамдарҙан һәм хөкүмәт сараларынан тура трансляциялар алып барҙы. Ул һоҡланғыс диктор, һөйкөмлө, изге күңелле кеше булып халыҡ хәтерендә ҡалды. Әхәт Мортазин республика киң мәғлүмәт саралары араһында спортты әүҙем үҫтерҙе. Радионың волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Әхәт Мортазин биш йыл элек, 2018 йылдың 13 мартында, 59 йәшендә ҡапыл донъя ҡуйҙы.