+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Апреля 2023, 07:19

Балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана

2023 йылда Башҡортостандың балалар лагерҙары биләмәһендә коронавирусты иҫкәртеүгә бәйле сикләүҙәрҙең бер өлөшө ғәмәлдә ҡала. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡланаБалалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана
Балалар лагерҙарында ковидҡа бәйле сикләүҙәр һаҡлана

2023 йылда Башҡортостандың балалар лагерҙары биләмәһендә коронавирусты иҫкәртеүгә бәйле сикләүҙәрҙең бер өлөшө ғәмәлдә ҡала. "Роспотребнадзор"ҙың республика буйынса идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы буйынса күҙәтеү бүлеге начальнигы Римма Әхмәтшина «Сәләм» тапшырыуы эфирында әйтеүенсә, хәүефһеҙлек маҡсатында балаларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында күмәк саралар тыйыла.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре йәйге сменалар башланыр алдынан ковидҡа һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарға тест тапшырырға тейеш. Лагерҙарҙа даими санитар режим күҙәтелә, шулай уҡ һауаны таҙартыу, аҙна һайын генераль йыйыштырыу эштәре башҡарыла. Балаларҙы ҡабул итергә 7 көн ҡалғас, биләмәләрҙе талпандарға, кимереүселәргә ҡаршы эшкәртәсәктәр.

«Лагерҙарҙың эше каникул алдынан да, эш барышында ла даими контролдә тотоласаҡ», – тип билдәләне эксперт.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас