-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Апреля 2023, 09:15

Азалия Әминева бокс буйынса халыҡ-ара ярышта еңде

Финалда яҡташыбыҙ Венесуэла спортсыһы Юлианна Альварес менән алышты һәм уны еңде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Азалия Әминева бокс буйынса халыҡ-ара ярышта еңдеАзалия Әминева бокс буйынса халыҡ-ара ярышта еңде
Азалия Әминева бокс буйынса халыҡ-ара ярышта еңде

Өфө боксёры Азалия Әминева Каракаста үткән халыҡ-ара уйындарҙа еңеү яуланы. Финалда яҡташыбыҙ Венесуэла спортсыһы Юлианна Альварес менән алышты һәм уны еңде.  

Чемпионды бүләкләү тантанаһы Рәсәй Федерацияһы гимны көйө аҫтында үтте! Юғары оҫталыҡ, ныҡышмаллыҡ көслө ихтыярлы ҡыҙыбыҙға үҙ исемен донъя кимәлендә танытырға ярҙам итте. Азалия —  йәш быуынға матур өлгө. Азалия, һинең менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ данын шулай артабан да уңышлы яҡларға насип булһын! Азалияның тренерҙары Александр менән Василий Савкиндарға шундай көслө рухлы көрәшсе тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт!

 Сығанаҡ: Башҡортостаным|яңылыҡтар

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас