+9 °С
Ясно


Өфө художество галереяһында “Башҡортостандың йәш рәссамдары” Республика һынлы сәнғәте күргәҙмәһе эшләй башланы.
Унда 95 авторҙың 181 эше ҡуйылған. Башҡортостан рәссамдары Союзы рәйесе Хатип Фазылов белдереүенсә, быйылғы күргәҙмә халыҡ-ара статусы алды, тип тә әйтергә була. Сөнки галерея залында Колумбия һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәренең дә эштәре урын алған.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты һәм йәш таланттарҙы улар өсөн әһәмиәтле ошо ваҡиға айҡанлы тәбрикләне.