+8 °С
Ясно


Йыл башынан республика биләмәһендә өс меңгә яҡын янғын сыҡҡан.
Яҙ етеү менән тәбиғәт янғындары йышайҙы. Быйыл ҡоро үлән яныуҙың 671 осрағы теркәлгән, 25 апрелгә ҡарата 676,2 гектар ерҙә ут сыҡҡан.
Үткән тәүлектә 73 янғын булған, шул иҫәптән ҡоро үлән янғынының 47 осрағы теркәлгән, йәғни бөтәһе 41,5 гектар майҙан уттан зыян күргән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы режим индерелде. Уға ярашлы, урманда, яланда һәм башҡа урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла, шулай уҡ баҡсала ҡоро үлән, ағас яндырған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған.