+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апреля 2023, 03:25

Сибайҙар инвестиция һабантуйына әҙерләнә

“Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы быйыл 25-27 майҙа үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибайҙар инвестиция һабантуйына әҙерләнәСибайҙар инвестиция һабантуйына әҙерләнә
Сибайҙар инвестиция һабантуйына әҙерләнә

“Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы быйыл 25-27 майҙа үтә.

Форумдың мәҙәни программаһы Хәйбулла районында ойошторола. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, инвестиция һабантуйы 2019 йылдан алып үткәрәлә, ошо осорҙа 282 миллиард һумлыҡ 100 килешеү төҙөлгән.

Быйыл төрлө тематикаға 20-ләп сессия үткәреү планлаштырыла. Шул иҫәптән экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр ҡаралған.

Инвестиция һабантуйында Рәсәй бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. БДБ, алыҫ сит ил, Яҡын Көнсығыш һәм Азия илдәренән ҡунаҡтар көтөлә. 25 майҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы сиктәрендә бизнес-шәрифтәр форумы үтәсәк. 

Автор:
Читайте нас