

“Мөғжизәле сәйәхәт” – бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова-Иҙелбаеваның ижадына арнап уҙғарылған матур әҙәби осрашыу шулай тип аталды.
Сараға әҙибәнең ижадын һөйөүселәр йыйылды, айырыуса уҡыусы йәштәр күп килгәйне. Милли музей директоры урынбаҫары Азамат Сөләймән улы Аҡъюлов ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән сәләмләп ҡаршы алды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марсель Сәлимов, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы идараһы исеменән сығыш яһап, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ҡояшлы шиғриәте тураһында һөйләне.
Осрашыу моң менән үрелеп барҙы. Гөлфиә апай һәр һүҙе йырҙай яңғыраған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Лина Ғәниева, Милли музейҙың ғилми хеҙмәткәре Гөлйемеш Ҡылысова уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып, кисәгә ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне. Әҙибәнең килене менән улы – билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре Диләрә һәм Урал Иҙелбаевтарҙың сығыштары алҡыштарға күмелде.
Шағирә залда балаларҙың күплегенә ихлас ҡыуанды – уның ижадының ҙур өлөшө тап бәләкәстәргә арналған бит. “Мин уҡыусылар менән осрашырға яратам. Тәүге шиғырым алтынсы класта уҡыған сағымда донъя күрҙе. Ете балалы ғаиләлә үҫтем мин”, – тине ул, бала саҡ йылдарына ҡайтып. Ифрат йылы һәм йәнле әңгәмәлә уҡыусылар Гөлфиә апайға һорауҙар бирҙе, уның шиғырҙарын һөйләне.
Халыҡтың оло һөйөүен яулаған әҙибә, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре һәм талантлы журналист Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева “Башҡортостан ҡыҙы” журналында ике тиҫтә йылдан ашыу баш мөхәррир булып эшләп, уның үҫеше өсөн баһалап бөткөһөҙ тырышлыҡ һалыуы, остазыбыҙ, кәңәшсебеҙ булып ҡалыуы менән дә беҙгә бик ҡәҙерле.
Әлеге мәлдә шағирәнең ижадына арналған йәнә бер һоҡланғыс кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала бара.
Булат Маликов фотолары.