0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апреля 2023, 07:30

Раил Әсәҙуллин һәм Юнир Ҡотлоғужин дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Радий Хәбиров Башҡортостан парламенты депутаттары Раил Әсәҙуллинға һәм Юнир Ҡотлоғужинға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Раил Әсәҙуллин һәм Юнир Ҡотлоғужин дәүләт наградалары менән бүләкләндеРаил Әсәҙуллин һәм Юнир Ҡотлоғужин дәүләт наградалары менән бүләкләнде
Раил Әсәҙуллин һәм Юнир Ҡотлоғужин дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Радий Хәбиров мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Раил Әсәҙуллинға — «Башҡортостан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын, урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Юнир Ҡотлоғужинға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.

«Һөнәри эшмәкәрлегемде һәм депутатлыҡ эшемде юғары баһалаған өсөн рәхмәт белдерәм», — тине бөгөн үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән Раил Әсәҙуллин.

Ә КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужинға бөгөн 65 йәш тулды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-25/radiy-habirov-vruchil-deputatam-parlamenta-bashkirii-railyu-asadullinu-i-yuniru-kutluguzhinu-gosnagrady-3233228

Автор:
Читайте нас