

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дауаланмаған ауырыуҙарға дусар булған өлкәндәр һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн республика хосписы төҙөлөшөндә булды.
Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шул иҫәптән 20 урын балаларға тәғәйенләнгән. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн ҡунаҡхана бүлмәләре лә ҡаралған. Учреждение биләмәһендә шулай уҡ балаларҙың адаптив майҙансығы һәм ял итеү өсөн зоналар йыһазландырыла.
Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты генераль директоры Марат Вәсимов әйтеүенсә, төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Шулай уҡ ҙур ғына күләмдә медицина ҡорамалдары ла алынған.
Башҡортостан Башлығы кәңәшмә үткәрҙе. Унда учреждениеның артабанғы эш планы тикшерелде. Май айында дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метрға тиң биналар комплексы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
- Хосписты асыу менән бәйле һорауҙарға барлыҡ яуапты ла таптыҡ. Беҙҙең планда – уны йәйен эшләтеп ебәреү. Минең фекеремсә, июлдә бында тәүге пациенттар ҡабул ителәсәк, - тине Радий Хәбиров.