+11 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Апреля 2023, 04:15

Сибайҙа спорт байрамы үтте

Кисә Сибай ҡалаһында алтынсы тапҡыр "Аструм Сибай ярыммарафоны" үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибайҙа спорт байрамы үттеСибайҙа спорт байрамы үтте
Сибайҙа спорт байрамы үтте

Кисә Сибай ҡалаһында алтынсы тапҡыр "Аструм Сибай ярыммарафоны" үтте.

Спортсылар һәм әүҙем тормош рәүешен яратҡан һәр кем, 21, 10, 2 саҡрым араға йүгереп, үҙенең көсөн һынап ҡараны. Кескәй спортсылар иһә 100-400 метрҙа үҙ-ара көс һынашты.

Спорт байрамында 1100 яҡын кеше ҡатнашты.

Сара ҡала халҡы өсөн дә ҙур байрамға әүрелде. Сөнки ҡала майҙанында Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙары сығыш яһаны. Сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары алдында Рәсәй йырсыһы Митя Фомин, Мәскәүҙән йырсы Karina үҙенең шоу-балеты менән һәм  Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – Элвин Грей, Зәйнетдин һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Мингазовалар сығыш яһаны.

Автор:
Читайте нас