

Бөгөн кис “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса республикабыҙҙан пенсионерҙарҙың тәүге төркөмө сәфәргә сыға. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай тип хәбәр итте.
Төркөмгә хаҡлы ялдағы 46 кеше ингән. Яҡташтарыбыҙ Белоруссияла һигеҙ көн һәм ете төн буласаҡ, уларҙы бай мәҙәни, туристик программа көтә. Программа буйынса тағы ла 1333 пенсионер Белоруссияға сәйәхәт ҡыласаҡ.
Хаҡлы ялдағылар өсөн тәғәйен “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектында быйыл өлкән йәштәге 20 мең кеше ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана. Белоруссияға сәфәрҙәр – проекттың яңы йүнәлеше.
Фото: “Башинформ”.