+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Апреля 2023, 08:35

Халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған

20 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа республикабыҙҙың бөтә район-ҡалалары, Рәсәйҙең бик күп төбәктәре һәм бөтә донъя буйлап төрлө илдәр ҡатнашты. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙғанХалыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған
Халыҡ-ара диктантты 340 333 кеше яҙған

20 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа республикабыҙҙың бөтә район-ҡалалары, Рәсәйҙең бик күп төбәктәре һәм бөтә донъя буйлап төрлө илдәр ҡатнашты. 

Уны бөтәһе 340 333 кеше яҙған. Шуларҙың 127 350-һе башланғыс кимәлдә, 142 858-һе - ирекле аралашыу кимәлендә һәм 70 125-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында. 2022 йылда диктантты башланғыс кимәлдә - 125 179, ирекле аралашыу кимәлендә - 140 019 һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта 69 325 кеше яҙған ине.

Йылдағыса диктанттың һәр ҡатнашыусыһына электрон сертификаттар тапшырыла. Улар бер ай эсендә электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша ебәрелә. 

Автор:
Читайте нас