

20 апрелдә Башҡортостанда, илебеҙ төбәктәрендә һәм сит ҡитғаларҙың милләттәштәребеҙ йәшәгән мөйөштәрендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы үтте.
Барлығы 2 345 оффлайн майҙансыҡ асылды. Уларҙың – 987-һе телде юғары, 1025-е башланғыс кимәлдә үҙләштергәндәр өсөн. Шулай уҡ 333 майҙансыҡта диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайышы диалектында яҙҙылыра.
Рәсәй төбәктәренән акцияла Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи, Силәбе, Ырымбур ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Мансы, Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пермь, Алтай, Приморск крайҙарында, Яҡут, Татарстан республикаларында йәшәүселәр ҡатнашты.
Сит илдәрҙә диктантты Үзбәкстанда, Таджикстанда, Испанияла, Швейцарияла, Германияла, Великобританияла, Италияла, Францияла, Канадала, Ҡаҙаҡстанда, Төркиәлә, Польшала, Иранда, Аргентинала, Индонезияла, Ҡытайҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, АҠШта яҙҙылыр.