-2 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
20 Апрель 2023, 08:41

Водителдәр һәм кондукторҙар милли кейемдә эшкә сыҡты

20 апрелдә, Башҡортостандың Милли кейем көнөндә, «Башавтотранс» предприятиеһы акция үткәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Водителдәр һәм кондукторҙар милли кейемдә эшкә сыҡтыВодителдәр һәм кондукторҙар милли кейемдә эшкә сыҡты
Водителдәр һәм кондукторҙар милли кейемдә эшкә сыҡты

20 апрелдә, Башҡортостандың Милли кейем көнөндә, «Башавтотранс» предприятиеһы акция үткәрә — бер нисә маршрутта водителдәр һәм кондукторҙар, ә автовокзалдарҙа кассирҙар республика халыҡтарының милли кейемендә эшкә килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 20 апрелдә, тотош республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән байрам билдәләнә.

Ойошманың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пассажирҙар был башланғысты ыңғай баһалаған.

Акциянан фотолар һәм видеояҙмалар предприятиеның рәсми сайтына, «Бәйләнештә», «Класташтар» төркөмөнә, Телеграм-каналға урынлаштырылған.

 
Байрам уңайынан Башҡортостандың билдәле кешеләре «Башинформ»ға милли кейемдәрҙең нисек модалы һәм матур күренергә ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.
Автор:
Читайте нас