+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
20 Апреля 2023, 10:32

Медицина хеҙмәткәрҙәренә – социаль түләүҙәр

Республикабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре 4,5 мең һумдан 14,5 мең һумға тиклем социаль түләүҙәр алды, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә – социаль түләүҙәрМедицина хеҙмәткәрҙәренә – социаль түләүҙәр
Медицина хеҙмәткәрҙәренә – социаль түләүҙәр

Республикабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре 4,5 мең һумдан 14,5 мең һумға тиклем социаль түләүҙәр алды, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль түләүҙәр тураһындағы указды республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың февралендә ҡул ҡуйғайны.

Яңы түләүҙәр 2023 йыл дауамында ай һайын биреләсәк. Уларға сығымдар республика бюджетынан финанслана.

–  Башҡортостан Башлығы указы буйынса түләүҙәр өсөн субсидиялар медицина ойошмаларына ебәрелде. Ғинуар-март айҙары өсөн түләүҙәр күсерелде. Уларҙы 1911 кеше алды, шуларҙың 1161-е – тиҙ медицина ярҙамы автомобилдәре водителдәре, – ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының прогнозлау һәм контроль буйынса иҡтисади анализ идаралығы етәксеһе Ольга Мартыненко.

Документҡа ярашлы, социаль түләүҙәр тиҙ медицина ярҙамы автомобилдәре водителдәренә, участка табип-фтизиатрҙарына, участка табип-психиатрҙарына, амбулатор ҡабул итеүсе психиатр-наркологтарға, ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарға диспансер күҙәтеүе алып барыусы СПИД үҙәге табип-инфекционистарына тейеш. Түләүҙәр шулай уҡ ошо табиптар менән эшләүсе урта медицина персоналына ла бирелә. Өҫтәмәне тиҙ медицина ярҙамының махсуслаштырылған психиатрия бригадалары ла ала.

Өҫтәмә түләүҙәр 2023 йылдан башлап Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнде. Был турала тейешле ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

 Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас