+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2023, 11:52

Яҙғы хистәр иркәләһен

Белорет педагогия колледжында Башҡортостан Яҙыусылар союзының “Яҙғы хистәр” тип аталған әҙәби-музыкаль кисәһе үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы хистәр иркәләһенЯҙғы хистәр иркәләһен
Яҙғы хистәр иркәләһен

Белорет педагогия колледжында Башҡортостан Яҙыусылар союзының “Яҙғы хистәр” тип аталған әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Сарала БР Яҙыусылар союзы рәйесе, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, яҙыусы - Айгиз Баймөхәмәтов, Милли әҙәбиәт музейы директоры, шағирә Миләүшә Ҡаһарманова, "Бельские просторы" журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағирә Светлана Чураева, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, шағирә Тамара Юлдашева, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, шағирә - Гөлназ Ҡотоева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһының уҡытыусыһы, шағир Руслан Сөләймәнов ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғас, колледждың мәғлүмәт-китапхана үҙәген рәсми асыу тантанаһы үтте. Ҡәләм әһелдәре студенттарға бүләккә автографлы китаптарын ҡалдырҙы.  

Һәр яҙыусыға  айырым аудиторияла студенттар менән аралашырға шарттар тыуҙырылғайны. Йәштәр ҡыҙыҡһындарған һорауҙарына яуаптар алды, шиғыр ҙа яҙып ҡараны. Белорет педагогия колледжының директоры, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлшат Йомағужина “әҙәби десант”ты ҡабул итеүгә күп көс һалған.
Яҙыусылар колледждағы уҡыу-уҡытыуҙың юғары кимәлен, студенттарҙың әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан булыуын билдәләне. Ҡунаҡтар директор Гөлшат Рауил ҡыҙының колледждың киләсәге өсөн бар көсөн һалған фиҙакәр етәксе икәнен үҙ күҙҙәре менән күреп, күңелдәре менән тойоп, уға тик уңыштар теләне. “Тағы, тағы булһын күрешеүҙәр!” – тип бик йылы тәьҫораттар менән таралышты барыһы ла. Яҙғы хистәр күңелде иркәләһен, яҙғы хистәр тик изгелек, мөхәббәт тыуҙырһын.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас