

21 апрелдә Рамаҙан айы тамамлана һәм был көндә мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.
Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың баш ҡалаһында байрам иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. 24 мәсеттә йәмәғәт менән байрам намаҙҙары уҡыла.
«Диндарҙар күп йыйылған урындарҙа полиция, именлекте тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәренең һәм медиктарҙың дежурлығы ойошторола», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.
Мэрияла белдереүҙәренсә, 21 апрелдә таңғы сәғәт 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында (Цюрупанан Зәйнулла Рәсүлевҡа тиклем) һәм Комаров урамында («Ләлә-Тюльпан» мәсете янында) хәрәкәт сикләнә.