+11 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2023, 07:04

Ришат Төхвәтуллиндың никахы булған

 Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин 16 апрелдә коллегаһы Әлиә Ҡарасуринаға өйләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ришат Төхвәтуллиндың никахы булғанРишат Төхвәтуллиндың никахы булған
Ришат Төхвәтуллиндың никахы булған

 Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин 16 апрелдә коллегаһы Әлиә Ҡарасуринаға өйләнгән. Артистар социаль селтәргә никах фотоларын һалған.

Ришат Төхвәтуллин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина Дүртөйлө районының Шишмә ауылында тыуған, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡыған. Ришат менән бер коллективта эшләй, йәштәр дуэт менән йырлай.

«Һаумыһығыҙ, яҙылыусыларым! Һәр берегеҙгә рәхмәт әйткем килә. Никах көнөбөҙ үтеп китте. Барығыҙға ла йылы теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тип яҙҙы Ришат Төхвәтуллин социаль селтәрҙә. — Әлегә бер ни ҙә аңламайым. Никахтан һуң тынысыраҡ булып киткән кеүек».

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-04-18/pevtsy-iz-bashkirii-rishat-tuhvatullin-i-aliya-karachurina-soobschili-o-nikahe-3224771

Автор:
Читайте нас