+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2023, 03:30

“Рәсәй лидерҙары” конкурсына ғариза ҡабул ителә

4 апрелдә башланған “Рәсәй лидерҙары” конкурсының бишенсе миҙгеленә теркәү дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Рәсәй лидерҙары” конкурсына ғариза ҡабул ителә“Рәсәй лидерҙары” конкурсына ғариза ҡабул ителә
“Рәсәй лидерҙары” конкурсына ғариза ҡабул ителә

4 апрелдә башланған “Рәсәй лидерҙары” конкурсының бишенсе миҙгеленә теркәү дауам итә.

Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының флагман проекты нигеҙендә үтә, ғаризаны 14 майға тиклем лидерыроссии.рф сайтында бирергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта илдең бөтә төбәктәренән һәм 61 дәүләттән 40 меңдән ашыу ғариза килгән.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров белдереүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың 65 проценттан ашыуы – 36 йәштән 50 йәшкә тиклемге тәжрибәле идарасылар, тағы 20 проценты – 31 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар. 30 йәшкәсә йәштәр ғаризаларҙың - 10, ә 51 йәштән өлкән ҡатнашыусылар 5 процентын тәшкил итә икән.

Ғаризаларҙың 12 проценттан ашыуы сәнәғәт өлкәһе идарасыларынан килгән. Шулай уҡ 8 проценты - мәғариф, 7 проценты – төҙөлөш һәм архитектура тармаҡтарынан, 7 проценты – мәғлүмәт технологиялары, телекоммуникациялар һәм элемтә, 6 проценты эшҡыуарлыҡ өлкәһе етәкселәренән алынған.

Автор:
Читайте нас