

«Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороусылар 9 майҙағы марштан баш тартты.
«Хәүефһеҙлек маҡсатында быйыл «Үлемһеҙ полк» башҡа форматтарҙа уҙғарыла. Беҙ бөгөн һүҙ алып барған форматтарҙы һайлап, көн дауамында геройҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алырға тәҡдим итәбеҙ», — тип белдерҙе «Россия сегодня» медиатөркөмөнөң халыҡ-ара матбуғат конференцияһында «Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы»ның үҙәк штабы рәйестәше Елена Цунаева.
Ул социаль селтәрҙә ғаилә геройҙары тураһында ла һөйләргә саҡырҙы: «Беҙгә геройҙарыбыҙҙың тарихын онотмаҫҡа кәрәк. Нәҡ беҙ уларҙы быуындан быуынға тапшырабыҙ, тап улар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи дөрөҫлөктө раҫлай», — тип билдәләне.
«Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә билдәләүенсә, Башҡортостанда, үҙәк штабтың тәҡдиме буйынса, «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолмай.