+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2023, 05:40

Ковидтың “арктур” тигән төрө асыҡланған

Рәсәйҙә коронавирустың “арктур” тигән штамын йоҡтороу осраҡтары асыҡланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “арктур” бик йоғошло булыуы мөмкин, ләкин вирустың был төрөн йоҡтороусылар сирҙе еңел үткәрә, тип хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидтың “арктур” тигән төрө асыҡланғанКовидтың “арктур” тигән төрө асыҡланған
Ковидтың “арктур” тигән төрө асыҡланған

Рәсәйҙә коронавирустың “арктур” тигән штамын йоҡтороу осраҡтары асыҡланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “арктур” бик йоғошло булыуы мөмкин, ләкин вирустың был төрөн йоҡтороусылар сирҙе еңел үткәрә, тип хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың матбуғат хеҙмәте.

 Рәсәй территорияһында коронавирустың яңы төрө асыҡланыу арҡаһында эпидемияға ҡаршы ниндәйҙер сикләүҙәр индереү талап ителмәй, тип билдәләйҙәр ведомствола.

 Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә коронавирус 126 ауырыуҙа раҫланған. Республикала вирусты йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 362 780 иҫәпләнә.

Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 140 сырхау ковидҡа ҡаршы дауа ала, 105-е – 60 йәштән олораҡ. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1806, 452-һе – өлкән йәштәгеләр.

Пандемия башланғандан алып коронавирустан 354 791 кеше һауығыуға өлгәшкән. Шуларҙың 276-һы уҙған тәүлектә сәләмәтләнгән.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас