+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апреля 2023, 10:47

Өфөлә бөтә парктар тиерлек талпандарҙан эшкәртелгән

Өфөлә был аҙнала ҡала парктарын һәм йәшел зоналарҙы эшкәртеү тамамлана, тип белдерҙеләр Республика дезинфекция үҙәгендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә бөтә парктар тиерлек талпандарҙан эшкәртелгәнӨфөлә бөтә парктар тиерлек талпандарҙан эшкәртелгән
Өфөлә бөтә парктар тиерлек талпандарҙан эшкәртелгән

Өфөлә был аҙнала ҡала парктарын һәм йәшел зоналарҙы эшкәртеү тамамлана, тип белдерҙеләр Республика дезинфекция үҙәгендә. Бөгөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре Еңеү паркында (уның майҙаны 18,8 гектар), Ботаника баҡсаһында (21 гектар) һәм Калинин исемендәге паркта (68 гектар) эшләй.

12-17 апрелдә С. Юлаев исемендәге баҡса, Республика йорто алдындағы сквер, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы парк, Нефтехимиктар, «Ҡашҡаҙан», Яҡутов исемендәге, «Тулҡын» парктары, Еңеүҙең 50 йыллығы скверы, Гастелло исемендәге сквер, Полесье биҫтәһе янындағы урман һәм Непейцев дендропаркы, Ленин исемендәге майҙан һәм Ғафури исемендәге парк эшкәртелгән.

20 апрелгә – Нуғай ҡасабаһын (25 гектар майҙанда), 21-22 апрелгә Урмансылар паркын (116 гектар) эшкәртеү планлаштырыла.

Шулай уҡ Өфөнөң 11 пляжын эшкәртергә кәрәк, йәйге миҙгел башланыр алдынан был биләмәләрҙә талпандарҙы һәм башҡа паразиттарҙы юҡ итәләр.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас